Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 22:9 - Изге Яҙма

9 Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны: – Яныңдағы кешеләр кемдәр ул?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны: – Яныңдағы кешеләр кемдәр ул?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны: – Яныңдағы кешеләр кемдәр ул?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 22:9
16 Iomraidhean Croise  

Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


Раббы Ҡабилдан: – Һабил ҡустың ҡайҙа? – тип һораны. – Белмәйем, – тип яуапланы Ҡабил. – Әллә мин ҡустыма һаҡсымынмы?


Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.


– Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса.


Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таштың, кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уның юралышы ла дөрөҫ.


Билғам Аллаға былай тип яуап бирҙе: – Миңә уларҙы Моавтың батшаһы Балаҡ Сиппор улы ебәргән.


Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине: – Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә.


Билғам уларға былай тине: – Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен. Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хакимым! Раббым! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр.


Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш ҡаһин булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan