12 Унан ары Зеред үҙәнендә туҡтанылар.
Овоҫтан китеп, Ғийе-Һағаваримда, Моавтың көнсығышындағы сүлдә сатыр ҡорҙолар.
Ғийе-Һағаваримдан китеп, Дивон-Ғадҡа барып урынлаштылар.
Раббы: «Тороғоҙ, юлға сығығыҙ һәм Арнон үҙәнен үтегеҙ. Бына Мин Хешбон батшаһы әмөри Сихонды һәм уның илен ҡулығыҙға тапшырам. Уның менән һуғышып, ерҙәрен биләмә булараҡ яулай башлағыҙ.