Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 20:8 - Изге Яҙма

8 – Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 – Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 – Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 20:8
31 Iomraidhean Croise  

Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.


Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы, Дошмандары уларға хаким булды.


Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән, Күҙҙәремде йәштән, Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.


Муса Йушағҡа былай тине: – Бер нисә кеше һайлап ал да, барып ғәмәлектәр менән һуғыш. Ә мин иртәгә, Алланың таяғын алып, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫырмын.


Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың.


– Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса.


Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә атландырҙы ла, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды.


Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәренең күҙ алдында Һарун таяғы менән Нил һыуына һуҡҡайны – йылғалағы бөтә һыу ҡанға әйләнде.


Ҡырағай йәнлектәр, сүл бүреләре һәм дөйәғоштар Мине данлар, Сөнки, һайлап алған халҡымды һуғарыр өсөн, Сүлгә һыу, ҡыу далаға йылғалар бирәм.


Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты.


Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте.


Раббы Мусаға былай тине:


Һин – башлыҡтар ҡаҙған, Хөкөмдарлыҡ таяҡтары, юл таяҡтары менән Халыҡтың арҙаҡлылары ҡаҙған ҡоҙоҡ». Исраилар сүллектән Маттанаға йүнәлде,


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.


Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.


Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды.


Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.


Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan