Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 20:5 - Изге Яҙма

5 Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙә, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙа, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙә, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 20:5
8 Iomraidhean Croise  

Ҡырҡ йыл буйына туҡландырҙың һин уларҙы сүллектә; һис бер мохтажлыҡ кисермәне улар – кейемдәре туҙманы, аяҡтары шешенмәне.


– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


Аталарығыҙ менән Мысыр сүлендә нисек хөкөмләшкәнмен, һеҙҙең менән дә шулай хөкөмләшәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!


– Һарундың үлеп, ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ.


Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.


Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan