Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 20:1 - Изге Яҙма

1 Беренсе айҙа бөтә Исраил йәмғиәте Цин сүленә килеп етте һәм Ҡадешта туҡталды. Шунда Мирйәм вафат булды, уны Ҡадешта ерләнеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Беренсе айҙа бөтә Исраил йәмғиәте Цин сүленә килеп етте һәм Ҡадешта туҡталды. Шунда Мирйәм вафат булды, уны Ҡадешта ерләнеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Беренсе айҙа бөтә Исраил йәмғиәте Цин сүленә килеп етте һәм Ҡадешта туҡталды. Шунда Мирйәм вафат булды, уны Ҡадешта ерләнеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 20:1
23 Iomraidhean Croise  

Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.


Раббы, мине хуш күргән сағыңда Тау һымаҡ ҡаҡшамаҫ, ғорур иттең. Әммә йөҙөңдө йәшергәс, Мин йәнә хафаға ҡалдым.


Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.


Баланың апаһы йыраҡтан ғына, нимә булыр икән, тип күҙәтеп торҙо.


Малайҙың апаһы фирғәүен ҡыҙынан: – Барып берәй ғиври ҡатынын саҡырайыммы? – тип һораны. – Һинең өсөн баланы имеҙер.


Көньяҡтан сик Тамарҙан Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. Был – көньяҡ сик.


Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.


Мирйәм менән Һарун Мусаны Куштан ҡатын алған өсөн битәрләне. Муса тыумышы Куштан булған ҡатынға өйләнгәйне.


Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе.


Мирйәм ете көн буйы тупламдан ситтә булды. Ул әйләнеп ҡайтҡанға тиклем, халыҡ юлға сыҡманы.


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр.


Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала.


Бөтә Исраил йәмғиәте Ҡадештан сыҡты ла Һор тауына килде.


Муса, Һарундың кейемдәрен систереп, улы Әлғазарға кейҙерҙе. Һарун шунда тау башында вафат булды. Муса менән Әлғазар тауҙан төштө.


Ғамрамдың ҡатыны Йохәвәд Левиҙең Мысырҙа тыуған ҡыҙы ине. Йохәвәд Ғамрамға Һарунды, Мусаны һәм уларҙың һеңлеһе Мирйәмде табып бирҙе.


Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.


Ғәсйон-Ғәвәрҙән китеп, Цин сүлендә, йәғни Ҡадешта, урынлаштылар.


Оҙаҡ ваҡыт Ҡадешта ҡалдығыҙ.


Ҡадеш-Барнеағтан сыҡҡан дәүерҙән Зеред үҙәнен уҙғанға тиклем утыҙ һигеҙ йыл булды. Раббы ант иткәнсә, ул быуындың барлыҡ яугирҙәре был ваҡыт арауығында үлеп бөттө.


Сөнки икегеҙ ҙә Цин сүлендә, Мерива-Ҡадеш һыуҙарында, исраилдар алдында мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ һәм Миңә тоғро булманығыҙ.


сөнки, Мысырҙан сығып барған саҡта, исраилдар сүллек аша үтеп Ҡамышлы диңгеҙ буйына табан юл алдылар һәм Ҡадешҡа килделәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan