Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 19:11 - Изге Яҙма

11 Кем мәйеткә ҡағыла, шул ете көн нәжес булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Кем мәйеткә ҡағыла, шул ете көн нәжес булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Кем мәйеткә ҡағыла, шул ете көн нәжес булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 19:11
22 Iomraidhean Croise  

Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Ә хәҙер урамдарҙа һуҡыр һымаҡ аҙашып йөрөйҙәр, Кейемдәренә ҡаҡашып ҡан ҡатҡан; Һис кем уларға тейергә баҙнат итмәй.


Исраил халҡы ете ай буйы уларҙы күмеп үҙ илен таҙартыр.


Бынан һуң ул, таҙарыныу йолаһын башҡарып, ете көн көтөргә тейеш.


Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарун улдары ҡаһиндарға иғлан ит, әйт уларға: туған-тыумасаһының мәйетенә ҡағылып, үҙҙәрен нәжесләмәһендәр.


Мәйет янына барыу өсөн ул Изге сатырҙы ҡалдырып Аллаһының Изге торлағын хурламаһын: хатта атаһы менән әсәһе үлгән осраҡта ла ул үҙен нәжесләргә тейеш түгел, сөнки ул Аллаһының мәсех майы менән изгеләндерелгән. Мин – Раббы.


Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан,


Йәки берәү белмәйенсә, нәжес һаналған әйбергә, хәрәм йәнлектең, хәрәм малдың йәки һөйрәлеүсенең үләкһәһенә ҡағылһа, үҙе шул турала белмәһә лә, нәжес була һәм ғәйепле һанала.


– Әгәр ҙә был ризыҡҡа мәйеткә ҡағылып нәжесләнгән кеше тейһә, был аҙыҡ хәрәм булырмы? – тип һораны Хаггай. – Хәрәм булыр, – тине ҡаһиндар.


Ялан-ҡырҙа ҡылыстан үткәрелгән йәки үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә, кеше һөйәгенә йәки ҡәбергә ҡағылған һәр кем ете көн нәжес булыр.


Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын.


– Исраилдарға әйт, йоғошло сир менән ауырығандарҙың, ағынтыһы булғандарҙың һәммәһен, мәйеткә ҡағылып нәжесләнгәндәрҙең барсаһын тупламдан сығарып ебәрһендәр.


Уның сәсе Раббыға бағышланыуының билдәһе булып тора, шуға күрә ул Раббы нәзирлегенә бағышланған көндәрҙә мәйет эргәһенә килергә тейеш түгел.


– Исраилдарға әйт: әгәр берәйегеҙ йә нәҫелегеҙҙән берәйһе мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнһә йәки алыҫ юлда булһа, ул да Раббының Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә ала.


Мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнеп, Ҡотҡарылыу байрамын ул көндө үткәрә алмаған кешеләр ҙә бар ине, улар, шул көндө үк Муса менән Һарунға килеп,


Икенсе көндө Паулус был кешеләрҙе үҙе менән алып, улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм уларҙың һәр береһе өсөн ҡасан ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.


Таҙарыныуҙың ете көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Паулусты Алла йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan