Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 18:7 - Изге Яҙма

7 Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла үлемгә дусар ителһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 18:7
28 Iomraidhean Croise  

Раббы ҡорамы ихатаһында, Һинең уртаңда, эй Йәрүсәлим! Раббыны данлағыҙ!


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Минең Изге торлағыма бары улар ғына инер, Миңә хеҙмәт итер һәм эштәремде башҡарыр өсөн өҫтәлемә бары улар ғына яҡынлашыр.


Минең мөҡәддәс әйберҙәрем янында вазифағыҙҙы тейешенсә үтәмәнегеҙ, Изге торлағымда хеҙмәт итеүҙе сит халыҡтарға йөкмәтеп ҡуйҙығыҙ».


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Һарун һәм уның улдары Раббы хозурына ҡаһин булып хеҙмәт итеү өсөн тәғәйенләнгән көндән башлап, утта яндырылған ҡорбандарҙан уларға бирелгән өлөш ошо.


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Раббы Һарунға былай тине: – Исраилдар ерендә һинең биләмәң булмаҫ, улар араһында өлөшөң дә булмаҫ. Исраилдар араһында һинең өлөшөң дә, биләмәң дә – Мин.


Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш.


Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Ҡәрҙәштәре араһында левиҙәргә биләмә теймәҫ. Раббының уларға әйткән һүҙе буйынса, уларҙың биләмәһе – Раббы Үҙе.


Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.


Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan