Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 17:10 - Изге Яҙма

10 Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 17:10
23 Iomraidhean Croise  

Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.


Муса былай тине: – Раббы: «Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта, сүлдә нимә менән ризыҡландырғанымды быуындан-быуынға күрһендәр өсөн, бер ғомер майҙәне һаҡлауға һалып ҡуйығыҙ», – тип бойорҙо.


Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.


Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?


Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.


Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне.


Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.


Муса, бөтә таяҡтарҙы ла Раббы ҡаршыһынан алып, халыҡ алдына сыҡты. Быны һәммәһе лә күрҙе. Ырыу башлыҡтарынан һәр кем үҙ таяғын таратып алды.


Раббы ни бойорһа, Муса шуны эшләне, ҡулына таяғын алды.


– Леви ырыуына ҡараған Ҡыһаҫ нәҫеленең юҡҡа сығыуына юл ҡуя күрмәгеҙ,


Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.


Аллаң Раббыны сүлдә нисәмә тапҡыр асыуландырғаныңды иҫеңдә тот, һис онотма. Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап, бөгөн ошо ергә килеп еткәнгә тиклем, һеҙ һәр саҡ Раббыға ҡаршылаштығыҙ.


Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.


Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,


Шул саҡ Дауыт менән бергә барған кешеләрҙең тар күңелле, яуыздары: – Беҙҙең менән бармағас, табышыбыҙҙан уларға бер нәмә лә бирмәйбеҙ. Һәр береһе үҙенең бисәһе менән балаларын алһын да китһен, – тип һөйләнә башланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan