4 Быны ишетеп, Муса йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Улар халыҡты ҡырған арала, мин япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөҙтүбән ергә ҡапландым да: – Эй Раббы Хаким! Йәрүсәлимгә асыуыңды түккәндә Исраилдың иҫән ҡалған барлыҡ халҡын һәләк итерһеңме? – тип ялбарҙым.
Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.
– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.
Муса менән Һарун халыҡ эргәһенән Осрашыу сатырына табан йүнәлде, унда сәждәгә йығылды. Бына шул саҡ алдарында Раббы шөһрәте пәйҙә булды.
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.