Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 15:7 - Изге Яҙма

7 Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Түкмә ҡорбан булараҡ һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтер. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 15:7
8 Iomraidhean Croise  

Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.


Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит.


Ә һарыҡ тәкәһен ҡорбан иткәндә, уға өҫтәп, бер һин зәйтүн майының өстән бер өлөшөн һалып болғатҡан бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ.


Нәҙерҙе үтәргә йәки татыулыҡ ҡорбанына Раббы өсөн тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбан итеп үгеҙ әҙерләһәң,


– Исраилдарға бойороғомдо еткер: Минең ут ҡорбандарым өсөн ризыҡты, Миңә күркәм булған хуш еҫте ваҡытында килтерегеҙ.


Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.


кәрзингә һалып иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, йәнә былар менән бергә икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан алып килер.


Йөҙөм ағасы уларға: «Илаһтарҙың һәм кешеләрҙең күңелен аса торған һутымды биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән тәлгәштәремде һелкетеп торайыммы?» – тигән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan