9 Әфраим ырыуынан Нун улы Һошеяғ,
Бинйәмин ырыуынан Рафу улы Палти,
Исасхар ырыуынан Йософ улы Йигал,
Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.
Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.
Әммә уларҙан ҡурҡма, Аллаң Раббының фирғәүенгә һәм бөтә Мысырға ниҙәр ҡылғанын иҫеңә төшөр.
Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла.