Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 12:6 - Изге Яҙма

6 – Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 – Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 12:6
50 Iomraidhean Croise  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.


Яҡуп йоҡоһонан уянды ла: – Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине. Шунан ул шомланып:


Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.


Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.


Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.


Әммә шул төндө Наҫанға Раббы һүҙе иңде:


Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.


Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.


Төштә, төнгө күренмештә, Кешене тәрән йоҡо баҫҡанда, Түшәктә серем итеп ятҡанда,


Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда,


Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.


Раббы Мусаға былай тине: – Ҡара, Мин һине фирғәүен алдына Алла һымаҡ ҡуйҙым, ә ағайың Һарун һинең пәйғәмбәрең булыр.


– Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар.


Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Мин бер үҙем ҡалдым һәм был бөйөк күренмеште бер үҙем күрҙем. Минең хәлем бөттө, быуындарым йомшарҙы, бәлтерәп төштөм.


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».


Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам.


– Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.


Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:


Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:


Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Шул ваҡыт Зәкәрьяһ алдында, хуш еҫ төтәҫләгес ҡорбан усағының уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булды.


Ул иһә, Алла йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алманы. Халыҡ уның Алла йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңланы. Зәкәрьяһ, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашырға мәжбүр булды.


Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.


Ул күктең асылыуын һәм унан ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотолған килеш ергә төшөрөлгәнен күрҙе.


Петрус үҙе күргән был илаһи күренмештең нимә аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнелиус ебәргән кешеләр Шимғондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә килеп баҫтылар.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Аллағыҙ Раббы арағыҙҙан, үҙегеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙҙән, һеҙгә минең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр – уны тыңлағыҙ.


Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр.


Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.


Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты.


Раббы Шилола күренеүен дауам итте: Ул Үҙенең һүҙе аша Шемуилға асыла торған булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan