Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 12:11 - Изге Яҙма

11 Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙең алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 12:11
15 Iomraidhean Croise  

– Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине.


Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.


Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.


Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.


Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.


Алйотланып танау сөйһәң, ниәтеңдә золом булһа, усың менән ауыҙыңды яп,


Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.


Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Раббыға ялбарғас, ут һүнде.


Әсә ҡарынынан ярты тәне сереп, үле тыуған бала шикелле итмә Мирйәмде, зинһар!


– Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan