Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 11:23 - Изге Яҙма

23 Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 11:23
21 Iomraidhean Croise  

Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


– Бының нимәһен бирәйем, йөҙ кешегә етерлек түгел бит, – тип ғәжәпләнде хеҙмәтсе. – Өләшеп бир, – тип яуапланы Ильясиғин. – Сөнки Раббы былай ти: «Туйғансы ашарҙар, өҫтәүенә артып та ҡалыр».


Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп: – Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине. – Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин.


Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Баҡ, Раббының ҡулы ҡотҡармаҫлыҡ булып ҡыҫҡарманы; Ҡолағы ишетмәҫлек булып ҡатманы.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе!


«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


– Мин, Раббы, – бөтә йән эйәләренең Аллаһымын! Ҡөҙрәтемдән килмәгән берәй нәмә бармы Минең?


Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.


Эй Яҡуп нәҫеле, һеҙгә әйтелмәнеме ни? Раббының сабырлығы бөткәнме? Шулай эшләй аламы Ул? Дөрөҫ юлда йөрөгәндәргә Минең һүҙҙәрем яғымлы түгелме ни?


Ул тиклем халыҡҡа бөтә һарыҡ, үгеҙҙәрҙе салһаң, етерме? Диңгеҙҙәге барлыҡ балыҡ уларҙы туйҙырырға етерме?


Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan