Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 11:2 - Изге Яҙма

2 Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Раббыға ялбарғас, ут һүнде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Аллаға ялбарғас, ут һүнде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Раббыға ялбарғас, ут һүнде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 11:2
23 Iomraidhean Croise  

Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.


Муса, фирғәүен янынан сығып, Раббыға ялбарҙы.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе.


Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.


Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!


Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы.


Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы.


– Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan