Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 10:9 - Изге Яҙма

9 Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы, хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 10:9
34 Iomraidhean Croise  

Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.


Бына, юлбашсыбыҙ Алла беҙҙең менән. Уның ҡаһиндары борғолар ҡысҡыртып һеҙгә ҡаршы һуғышҡа өндәргә әҙер тора. Исраилдар! Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға ҡаршы һуғышмағыҙ, барыбер уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ!


Йәһүҙиҙәр арттарына боролоп ҡараһа, ни күрһен – алда ла яу, артта ла яу. Шунда улар Раббынан ярҙам һорап ялбара башлай. Ҡаһиндар борғоларын ҡысҡырта,


Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө, Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы.


Быны күреп саф йөрәклеләр шатлана, Боҙоҡтарҙың ауыҙы ябыла.


Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!


«Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар?


«Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“


Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. –


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Һеҙгә күҙәтселәр ҡуйҙым. „Борғо тауышына ҡолаҡ һалығыҙ“, – тинем. Әммә: „Ҡолаҡ һалмайбыҙ“, – тип яуап ҡайтарҙығыҙ.


Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла.


Гивғала – мөгөҙ, Рамала борғо ҡысҡыртығыҙ, Бейт-Ауенда һөрән һалығыҙ: „Һинең артыңдан килдек, Бинйәмин!“


– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Нығытмалы ҡалаларға, Бейек-бейек ҡәлғәләргә янап, Яуға саҡырып борғо ҡысҡыртыр, Һуғыш орандары яңғыратыр көн был.


Һәр ырыуҙан берәр мең кешене Муса Әлғазар ҡаһиндың улы Пинхас менән һуғышҡа оҙатты. Пинхас Изге сатыр һауыттары менән хәүеф тураһында ҡысҡырта торған борғоларҙы алды.


Әгәр борғо асыҡ тауыш сығармаһа, яуға кем әҙерләнер?


Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.


Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


сидондар, ғәмәлектәр, мағондар ҡыҫырыҡламанымы ни? Һеҙ Миңә ялбарғанда, Мин һеҙҙе уларҙың ҡулынан ҡотҡарманыммы ни?


Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар.


Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.


Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине.


Гидғонға Раббы рухы иңде. Гидғон мөгөҙ борғо ҡысҡыртты һәм Авиғәзәр нәҫеле йыйылышып уға эйәрҙе,


Һеҙҙе мысырҙарҙың ҡулынан, бөтә иҙеүселәрҙең ҡулынан ҡотҡарҙым, уларҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәреп, ерҙәрен һеҙгә бирҙем.


Шунан Исраил халҡына әйтте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Исраилдарҙы Мысырҙан Мин алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм һеҙгә золом ҡылған бөтә батшалыҡтарҙың ҡулынан Мин азат иттем».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan