Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 3:9 - Изге Яҙма

9 Халыҡтарға былай тип иғлан итегеҙ: „Һуғышҡа әҙерләнегеҙ, Батырҙарҙы яуға саҡырығыҙ. Яугирҙәрегеҙ, тупланып, һөжүмгә күсһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Халыҡтарға былай тип иғлан итегеҙ: „Һуғышҡа әҙерләнегеҙ, Батырҙарҙы яуға саҡырығыҙ. Яугирҙәрегеҙ, тупланып, һөжүмгә күсһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Халыҡтарға былай тип иғлан итегеҙ: „Һуғышҡа әҙерләнегеҙ, Батырҙарҙы яуға саҡырығыҙ. Яугирҙәрегеҙ, тупланып, һөжүмгә күсһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 3:9
16 Iomraidhean Croise  

Эй һеҙ, Раббыны һөйгәндәр, яманға нәфрәт тотоғоҙ. Раббы тоғро бәндәләренең йәнен һаҡлай, Уларҙы залимдарҙан ҡотҡара.


Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар!


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.


Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ, Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ; Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы, Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын Бабилға ҡаршы туплағыҙ. Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә, Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ.


Дошмандар: «Йәрүсәлимгә ҡаршы һөжүмгә әҙерләнегеҙ! Тороғоҙ, көн үҙәгендә юлланабыҙ, – тиер. – Юҡ инде, һуңғараҡ ҡалдыҡ, Көн кискә ауыша, күләгәләр оҙоная».


Раббы Хаким былай ти: «Боронғо замандарҙа уҡ ҡолдарым Исраил пәйғәмбәрҙәре аша һинең турала һөйләмәнемме ни Мин? Ул пәйғәмбәрҙәр оҙаҡ йылдар һине Исраил халҡына ҡаршы килтерәсәгем хаҡында пәйғәмбәрлек иттеләр.


Әҙерлән һәм ҡораллан! Эргәңдә тупланған бөтә өйөрөң менән бергә әҙерлән. Һин уларҙы башлап барырһың.


Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.


Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


– Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ.


Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan