Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 3:4 - Изге Яҙма

4 Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 3:4
24 Iomraidhean Croise  

Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта.


«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Сөнки Раббының үс алыу көнө, Сиондың ҡонон ҡайтарыу йылы буласаҡ.


Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.


Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.


Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер.


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.


Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр.


Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр, ҡыл туҡымаға уранып һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбәгә килерҙәр ине.


Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр.


Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.


Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер,


Шунан ул: «Һиңә минән нимә кәрәк? Ниңә һин минең еремә һуғышырға килдең?» – тигән һорау менән Ғаммон батшаһына илселәр ебәрҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan