Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 3:10 - Изге Яҙма

10 Төрәндәрегеҙҙән ҡылыс, Урағығыҙҙан һөңгө башаҡтары ҡойоғоҙ. Хатта иң көсһөҙө лә: ‘Мин ҡеүәтле!’ – тиһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Төрәндәрегеҙҙән ҡылыс, Урағығыҙҙан һөңгө башаҡтары ҡойоғоҙ. Хатта иң көсһөҙө лә: „Мин ҡеүәтле!“ – тиһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Төрәндәрегеҙҙән ҡылыс, Урағығыҙҙан һөңгө башаҡтары ҡойоғоҙ. Хатта иң көсһөҙө лә: ‘Мин ҡеүәтле!’ – тиһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 3:10
7 Iomraidhean Croise  

Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә.


Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр, Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.


Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине.


Ғайса һүҙен дауам итте: – Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары, өҫ кейемдәрен һатып, ҡылыс алһын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan