Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 2:19 - Изге Яҙма

19 Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

19 Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 2:19
21 Iomraidhean Croise  

«Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.


Аслыҡтан һәләк булмаһындар өсөн Мин уларға уңдырышлылығы менән дан аласаҡ ерҙәр бирермен, һәм улар башҡаса бүтән ҡәүемдәрҙең мәсхәрәһенә ҡалмаҫ.


Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ бирермен һәм уңышығыҙҙы арттырырмын, башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм.


Аслыҡ арҡаһында һеҙҙе ҡәүемдәр араһында оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ағастарҙың емешен, баҫыуҙарҙың уңышын мул итермен.


Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


Ул көндө Мин яуап ҡайтарырмын, – дип белдерә Раббы, – Мин күккә яуап бирермен, Күк ергә яуап ҡайтарыр.


Ер иһә ашлыҡҡа, шарапҡа һәм зәйтүн майына яуаплар, Ә улар Изреғилгә яуап бирер.


Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно.


Ырҙындарығыҙ ашлыҡҡа тулы булыр, Һыҡҡыстарҙан шарап менән зәйтүн майы ташып ағыр.


Йөҙөм йыйыр саҡҡа тиклем ашлыҡ һуғырһығыҙ, сәсеүгә төшкәнсе баҡсағыҙҙа йөҙөм йыйырһығыҙ. Икмәгегеҙҙе туя ашап, ерегеҙҙә имен йәшәрһегеҙ.


Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


ул саҡта ерегеҙгә ямғырҙы яҙын да, көҙөн дә ваҡытында яуҙырырмын; ашлығың да, йөҙөм шарабың да, зәйтүн майың да булыр.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan