Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 2:16 - Изге Яҙма

16 Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 2:16
21 Iomraidhean Croise  

Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора.


былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.


Йыйылғандарҙың күбеһе үҙҙәрен изгеләндермәгәнгә күрә, пакланмаған һәм үҙенең бәрәсен Раббыға бағышлай алмағандар өсөн Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен левиҙәргә салырға тура килә.


Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салығыҙ, изгеләнегеҙ, Муса аша Раббы хәбәр иткәнгә ярашлы, уны туғандарығыҙ өсөн бешерегеҙ.


Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.


Йәнең теләгәнде бирһен, Һәр бер ниәтеңде ғәмәл итһен!


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.


Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер.


Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.


– Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Сабыйҙар һәм имсәк балалар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни?


Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.


Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.


Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“.


Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.


– Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan