Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 1:9 - Изге Яҙма

9 Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 1:9
10 Iomraidhean Croise  

Ә беҙгә килгәндә, беҙҙең Аллабыҙ – Раббы! Беҙ Унан баш тартманыҡ. Раббыға хеҙмәт итеүсе ҡаһиндар – Һарун улдары, левиҙәр ҙә үҙ вазифаларын башҡара.


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ.


Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты».


Сионға илткән юлдар йәш түгә: Инде байрамдарға килеүсе юҡ, Бөтә ҡапҡалары бушап ҡалды. Уның ҡаһиндары ыңғыраша, ҡыҙҙары – ҡайғыла, Үҙе лә ғазап эсендә Йәрүсәлим.


Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Күҙ алдында ризығыбыҙ юҡ ителде, Аллабыҙ йортонан һөйөнөс һәм шатлыҡ китте.


Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan