Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йоил 1:2 - Изге Яҙма

2 Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ, Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында Ошондай хәлдең булғаны бармы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Эй аҡһаҡалдар, тыңлағаҙ, Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында Ошондай хәлдең булғаны бармы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ, Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында Ошондай хәлдең булғаны бармы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йоил 1:2
24 Iomraidhean Croise  

Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була.


Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар, Улар атаңдан да өлкәнерәк.


Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара?


Үткән быуындарҙан һораш, Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш.


Асафтың мәҙхиәһе. Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай; Ҡояш сығышынан байышына саҡлы Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала.


Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар!


Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.


Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».


«Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.


Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan