Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 8:4 - Изге Яҙма

4 – Әйт уларға, Раббы былай ти: «Кеше йығылһа, торорға тырышмаймы? Юлында аҙашһа, кире боролмаймы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 – Әйт уларға, Раббы былай ти: «Кеше йығылһа, торорға тырышмаймы? Юлында аҙашһа, кире боролмаймы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 – Әйт уларға, Раббы былай ти: «Кеше йығылһа, торорға тырышмаймы? Юлында аҙашһа, кире боролмаймы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 8:4
15 Iomraidhean Croise  

халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ йөрәгендәге хәсрәтен әйтеп, доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,


тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор, залимдар йығылыр ҙа харап булыр.


Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


«Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. –


«Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!


Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.


«Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң,


Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы? – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Исраилдың тәкәбберлеге Үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла. Ләкин улар Аллалары Раббыға ҡайтманы, Хатта Уны эҙләмәне.


Ғиффәтле ҡыҙ Исраил йығылды, Башҡаса ул тора алмаясаҡ. Үҙ тупрағында ташландыҡ хәлдә, Уны күтәреп торғоҙоусы юҡ.


Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan