Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 7:4 - Изге Яҙма

4 „Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 „Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 „Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 7:4
16 Iomraidhean Croise  

Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Үҙегеҙҙе изге ҡала исеме менән йөрөтәһегеҙ, Исраил Аллаһына таянаһығыҙ. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй, Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай. Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр. Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар.


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.


Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.


– Һөргөндәгеләрҙең барыһына ла ошо хәбәрҙе юлла, Нехеламдан булған Шемағъяһ тураһында Раббы былай ти: «Мин ебәрмәгән килеш пәйғәмбәрлек итеп, Шемағъяһ һеҙҙе ялғанға ышандырҙы.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan