Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 4:8 - Изге Яҙма

8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 4:8
22 Iomraidhean Croise  

Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән Һәләкәт булып килә ул көн!


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.


Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Оятҡа ҡалды Моав, тар-мар ителде! Үкереп-үкереп илағыҙ! Моавтың бушлыҡҡа әйләнгәнен Арнон буйында иғлан итегеҙ!


Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


– Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“ – тип һыҡтағыҙ.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк!


Раббы Мусаға былай тине: – Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan