Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 39:3 - Изге Яҙма

3 Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре эскә инеп Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-шар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, ғәскәриҙәр башлығы Нергал-сар-эцер бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 39:3
6 Iomraidhean Croise  

Бабилдар Суккоҫ-Беноҫты, куҫиҙар Нергалды, хамаҫтар Ашиманы,


Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.


Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.


Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.


Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, һарай хеҙмәтселәре башлығы Невушазбан, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре,


Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары күтәргән саң-туҙан ҡаплап алыр һине. Диуарҙарында тишек асылған ҡалаға бәреп ингәндәгеләй, ҡапҡаларыңдан кергән сағында һыбайлыларҙың, тәгәрмәстәрҙең, яу арбаларының дөбөрҙәүенән диуарҙарың дер һелкенеп торор.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan