Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 3:9 - Изге Яҙма

9 Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, ташменән дә, ағас менән дә зина ҡылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 3:9
16 Iomraidhean Croise  

«Һеҙ иһә, эй күрәҙәсе ҡатындың балалары, Фәхеш һәм зинасылар тоҡомо, яҡын килегеҙ!


Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.


Мин бит һеҙҙе уңдырышлы ергә алып килдем, Тәмле емешен ашаһын, Байлығын файҙаланһын тигәйнем, Әммә һеҙ килеп еремде нәжесләнегеҙ, Биләмәмде ерәнгес бер урынға әйләндерҙегеҙ.


Яланғас түбәләргә күтәрелеп ҡара ла күр: Һин фәхешлек итмәгән урын ҡалдымы? Юл ситендә уйнаштарыңды көтөп, һин Сүлдәге юлбаҫар һымаҡ ултырҙың; Фәхешлегең, яуызлығың менән ерҙе нәжесләнең.


Һиңә Мин биргән алтын һәм көмөш биҙәнгестәрҙән ир-ат һындары яһаның һәм улар менән зина ҡылдың.


Улар Оһоланың оятын асты, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алды, үҙен ҡылыстан үткәрҙе. Уны язаға дусар иттеләр, һәм уның ҡатындар араһында яманаты таралды.


Шулай итеп, һин, эй Оһолива, йәшлек йылдарыңдағы аҙғынлыҡтарыңды һағындың, ул заманда мысырҙар саф күкрәгеңде һәрмәгәнде, түшеңде тызығанды хәтереңә төшөрҙөң.


Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Йә Раббы, Һиңә ялбарам! Далалағы көтөүлектәр көйөп бөттө, Ҡырҙағы барлыҡ ағастарҙы ялҡын ялманы.


Ағас киҫәгенә: «Уян!», Телһеҙ ташҡа: «Тор!» – тиеүсегә ҡайғы! Берәй нәмәгә өйрәтерме улар? Алтын-көмөш ялатылған был нәмәлә Тормош һулышы юҡ бит.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше зина ҡылмаған ҡатыны менән айырылышһа, ул ҡатынын зина ҡылыуға этәрә. Айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan