Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 3:4 - Изге Яҙма

4 Ә хәҙер инде һин миңә: „Атам! – тиһең. – Һин – минең йәшлек дуҫым!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ә хәҙер инде һин миңә: „Атам! – тиһең. – Һин минең йәшлек дуҫым!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Ә хәҙер инде һин миңә: „Атам! – тиһең. – Һин – минең йәшлек дуҫым!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 3:4
16 Iomraidhean Croise  

Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села


Батшаның исеме мәңге йәшәһен, Даны ҡояштай ғүмерле булһын, Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын, Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын!


Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен.


бер ҡатлыларға аҡыл, йәштәргә белем һәм зирәклек бирмәк өсөн;


Был ҡатын йәштән сыҡҡан ирен ташлап, Алла алдындағы антын онотҡан.


– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.


«Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Миңә „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлағайным.


Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк.


Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам».


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Һеҙ: «Ни өсөн һуң?» – тип аптырайһығыҙ. Сөнки Раббы – һинең менән һәм һин йәшләй өйләнгән ҡатының араһында шаһит ине. Ул ҡатын һинең юлдашың һәм никах килешеүе менән хәләлең булған хәлдә, һин уға хыянат иттең.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan