Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 26:4 - Изге Яҙма

4 Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 26:4
22 Iomraidhean Croise  

Әгәр ҙә һеҙ йәки балаларығыҙ Минән ситкә боролоп, Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе тотмаһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,


Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Бына бөгөнгә тиклем һеҙ Миңә буйһонмайһығыҙ, Минән ҡурҡмайһығыҙ, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ҡанун һәм ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәйһегеҙ бит».


Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


ҡарағыҙ уны, мин бөгөн һеҙгә иғлан иткән бөтә ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ.


Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор.


Бына Муса исраилдарға биргән ҡанун.


Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы?


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan