Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 2:5 - Изге Яҙма

5 Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 2:5
24 Iomraidhean Croise  

Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын.


Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.


Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Күңелдәре ҡаты, тоғролоҡтан алыҫ торғандар, Тыңлағыҙ Мине!


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Уларҙы Һин ултырттың – тамыр йәйҙеләр, Үҫтеләр, емеш бирәләр; Исемеңде телдән төшөрмәйҙәр, Ләкин күңелдәре Һинән йыраҡ.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


– Эй әҙәм улы, һинең ҡәрҙәштәрең, ҡан туғандарың һәм бөтә исраилдар тураһында Йәрүсәлимдә йәшәүселәр: «Улар Раббынан алыҫ, был ер биләмә итеп беҙгә бирелде», – тиҙәр.


Үҙенең боттары арҡаһында Миңә сит-ят булып киткән Исраил халҡы йөрәге менән аңлаһын өсөн эшләйем Мин быны».


Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.


«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ.


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.


Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.


Бер нәмәнән дә ҡотҡара алмаған файҙаһыҙ боттар артынан эйәрмәгеҙ, сөнки улар юҡ-бар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan