Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 2:3 - Изге Яҙма

3 Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 2:3
32 Iomraidhean Croise  

Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.


Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!


Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр. Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер. Һине талағандар үҙҙәре таланыр, Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр.


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Был турала балаларығыҙға һөйләгеҙ; Балаларығыҙ – үҙ балаларына, Ул балалар килер быуындарға еткерһен.


Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.


Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.


Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ.


Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan