Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 15:3 - Изге Яҙма

3 Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 15:3
21 Iomraidhean Croise  

Алдарындағы табын уларға тоҙаҡ, Дуҫтарына иһә ҡапҡан булһын!


Барыһы ла тауҙарҙа йыртҡыс ҡоштарға, Ҡырағай йәнлектәргә ҡаласаҡ. Йәйгеһен йыртҡыс ҡоштарға, Ҡыш ҡырағай йәнлектәргә ем буласаҡ.


Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм».


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Был халыҡтың мәйеттәре күктәге ҡоштарға ем, ерҙәге йәнлектәргә емтек булып аунап ятыр, уларҙы ҡыуырлыҡ та кеше ҡалмаҫ.


Барған юлымдан һөйрәп сығарып, Ботарлап ырғытты яңғыҙымды.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ.


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.


Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.


Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,


Мәйеттәрегеҙ һауалағы ҡоштарға һәм ҡырағай хайуандарға емтек булыр, уларҙы ҡыуып ебәреүсе лә ҡалмаҫ.


Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan