Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йермеяһ 1:9 - Изге Яҙма

9 Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: «Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йермеяһ 1:9
22 Iomraidhean Croise  

Телемде үткер ҡылыстай итте. Ҡулының күләгәһе менән мине ҡапланы. Ул мине, осло уҡ итеп, үҙ һаҙағында һаҡланы.


Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.


Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым, Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем, Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым Сионға: „Һин – Минең халҡым!“ – тинем».


«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».


Быға ҡаршы Раббы былай тип яуап бирҙе: «Әгәр ҙә һин Миңә кире ҡайтһаң, Һине йәнә ҡабул итеп, хеҙмәтемә алырмын. Сүп-сарҙан аҫылды айыра белһәң, Минең телем кеүек булырһың. Шул ваҡыт һин халыҡ алдына бармаҫһың, Ә улар һинең алдыңа килер.


Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе.


– Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы былай ти: «Шулай тип һөйләгәндәре өсөн, Эй Йермеяһ, һүҙҙәремде һинең ауыҙыңда ялҡынға әйләндерәм, Был халыҡ иһә утын булыр, Ут уларҙы яндырып бөтөр.


Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.


Шул саҡ миңә бер ҡул ҡағылды һәм мине ерҙән күтәрҙе – мин, устарым менән ергә таянған килеш, тубыҡланып тора инем.


Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин, ауыҙымды асып, алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.


Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо.


Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер.


Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды.


Нимә һөйләргә икәнен һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух өйрәтер.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Хорев тауында йыйылған көндө Аллағыҙ Раббынан былай тип үтенеп һоранығыҙ: «Үлмәҫ өсөн, Аллам Раббының тауышын башҡаса ишетмәһәм һәм Уның бөйөк утын бүтән күрмәһәм ине», – тинегеҙ.


Раббы миңә: «Уларҙың әйткәндәре дөрөҫ, – тине. –


Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan