4 Миңә Раббы һүҙе булды:
Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы дәүерендә – уның хакимлығының ун өсөнсө йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.
Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.
– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.
Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.
Ете көн үткәс, миңә Раббы һүҙе булды: