Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йәһүҙә 1:4 - Изге Яҙма

4 Арағыҙға аҫтыртын ғына ҡайһы бер аллаһыҙ әҙәмдәр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән әйтелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Арағыҙға аҫтыртын ғына ҡайһы бер аллаһыҙ әҙәмдәр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән әйтелгән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йәһүҙә 1:4
32 Iomraidhean Croise  

Ҡамап алды мине үлем тулҡындары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,


Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!


Эй Илаһым, Аллам минең, ынтыламын Һиңә, Йәнем түҙгеһеҙ Һиңә сарсаған, Ярғысланған ҡоро, һыуһыҙ ерҙә Мин Һиңә сарсайым бар булмышым менән.


Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.


Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, тик һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Берәйһе үҙенең туғандары, бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ та итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән ҡатындарҙы үҙенә ылыҡтыра.


Ирекле кешеләр булараҡ, иркегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


«Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар менән ни булыр?»


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Ә әхлаҡһыҙ кешеләр араһында интеккән тәҡүә Лутты уларҙың аҙғынлығынан ҡотҡарған.


Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.


Кем ул ялғансы? Ялғансы – ул Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Ундай кеше Мәсихтең дошманы һәм ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.


Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар».


Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылған битһеҙ әҙәмдәр барлыҡҡа киләсәк», – тине.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan