Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йәһүҙә 1:17 - Изге Яҙма

17 Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

17 Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йәһүҙә 1:17
8 Iomraidhean Croise  

Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырған бойороғон иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan