4 Һөргөндән ҡайтҡандарҙың был хыянаты арҡаһында Исраил Аллаһының бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған бөтә кеше яныма йыйылды. Мин киске ҡорбан ваҡытына тиклем хәсрәткә батып ултырҙым.
Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –
Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!
Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.
Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит.
Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.
Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.
Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».
– Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине.
Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем.
Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.
Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты.
Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петрус менән Яхъя Алла йортона килде.