3 Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым.
Быны ишеткәс, Дауыт ҡайғынан өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы, уның эргәһендәге кешеләр ҙә шулай эшләне.
Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр.
Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.
Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым.
Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.
Әҙәм бит ул бары тик бер һулыш, Ғүмере – үтеп киткән күләгә һымаҡ.
Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.
Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.
Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.
Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.
Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым.
Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.
ул һин, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.
Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.
Ҡаһин үҙенең сәсен алдырмаһын, һаҡалын ҡыҫҡартмаһын, тәнен йәрәхәтләп яра һалмаһын.
Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк!
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.