1 Артахшаста батша хакимлыҡ иткән саҡта Бабилдан минең менән ҡайтырға сыҡҡан нәҫел башлыҡтары һәм уларҙың нәҫел исемлектәре түбәндәгесә:
Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.
Йерияһтың ағай-энеһе, ике мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, ғаилә башлыҡтары була. Уларҙы Дауыт батша Рәүвән һәм Ғад ырыуы, Менашше ырыуының яртыһы өҫтөнән Алла эштәре буйынса ла, батша эштәре буйынса ла баш итеп ҡуя.
Ошо ҡалалар тирәләй Бәғәлгә тиклемге ерҙәрҙә урынлашҡан бөтә ауылдар уларҙыҡы була. Бына уларҙың йәшәгән урындары һәм нәҫелдәренең исемлеге.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Былар нәҫел шәжәрәләренә күрә левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары була һәм Йәрүсәлимдә йәшәй.
Был батыр яугирҙәргә ике мең алты йөҙ нәҫел башлыҡтары етәкселек итә.
Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.
Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:
Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше;
Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.
Мин шундай фарман бирҙем: минең батшалығымда булған Исраил халҡынан, ҡаһиндарҙан һәм левиҙәрҙән Йәрүсәлимгә ҡайтырға теләгән һәр кеше һинең менән китһен.
миңә батшаның һәм уның кәңәшселәренең, батшаның бөтә айбарлы түрәләренең алдында мәрхәмәтен күрһәтте. Аллам Раббының ҡулы өҫтөмдә булғанға күңелем үҫеп, мин Исраил башлыҡтарының ҡайһы берәүҙәрен, минең менән бергә ҡайтһындар тип, эргәмә йыйҙым.
Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.
Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.
Пинхас нәҫеленән – Гершом, Иҫамар нәҫеленән – Даниил, Дауыт нәҫеленән – Хаттуш,