8 Ғөзәйер Йәрүсәлимгә Артахшаста батша хакимлығының шул уҡ етенсе йылында, йылдың бишенсе айында килеп етә.
Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.
Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.
Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була.
Йәрүсәлимгә килеп етеп, унда өс көн булдыҡ.
Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте.
Ахашверош батша хакимлығының етенсе йылында, тевеҫ тип аталған унынсы айҙа Эстерҙы батша һарайына алып килделәр.
Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.