7 Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.
Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.
Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.
Ғөзәйер Йәрүсәлимгә Артахшаста батша хакимлығының шул уҡ етенсе йылында, йылдың бишенсе айында килеп етә.
Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре. Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем.
Шулай уҡ башҡа халыҡ, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Алла ҡануны хаҡына сит халыҡтарҙан айырылған һәммә кешеләр, уларҙың ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, бөтә аңлы кешеләр
Былар әсирлектән Шеалтиил улы Зеруббавел һәм Йешуағ менән ҡайтҡан ҡаһиндар һәм левиҙәр: Сераяһ, Йермеяһ, Ғөзәйер,
Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.