Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 7:6 - Изге Яҙма

6 Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 7:6
40 Iomraidhean Croise  

Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Әммә йәһүд аҡһаҡалдарын Алла һаҡланы: был хаҡтағы хәбәрҙе Дарийға ебәреп, унан яуап килеп етмәйенсә, уларҙың эшен туҡтатыусы булманы.


Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


Мин, Артахшаста батша, Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнең бөтә ҡаҙнасыларына шундай фарман бирәм: Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһин һеҙҙән нимә һораһа, шуны һис кисекмәҫтән бирегеҙ.


миңә батшаның һәм уның кәңәшселәренең, батшаның бөтә айбарлы түрәләренең алдында мәрхәмәтен күрһәтте. Аллам Раббының ҡулы өҫтөмдә булғанға күңелем үҫеп, мин Исраил башлыҡтарының ҡайһы берәүҙәрен, минең менән бергә ҡайтһындар тип, эргәмә йыйҙым.


Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.


Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була.


Артахшаста батша хакимлыҡ иткән саҡта Бабилдан минең менән ҡайтырға сыҡҡан нәҫел башлыҡтары һәм уларҙың нәҫел исемлектәре түбәндәгесә:


Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине.


Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.


Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы.


Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.


Шулай уҡ Зәкәрьяһтың ҡәрҙәштәре Шемағъяһ, Ғазарил, Милалай, Гилалай, Мағай, Неҫанил, Йәһүҙә һәм Ханани Алла бәндәһе Дауыттың уйын ҡоралдарын күтәреп барҙы, ә ғилем эйәһе Ғөзәйер улар алдынан атланы.


эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.


Шунда мин Алланың игелекле ҡулы өҫтөмдә булғанын, шулай уҡ батшаның миңә әйткән һүҙҙәрен һөйләнем. Улар миңә: – Әйҙәгеҙ, төҙөйөк, – тинеләр ҙә был изге эшкә тотонорға ныҡлы ҡарар ҡылдылар.


Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.


Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо.


Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.


Иртәгәһе көндө халыҡтың бөтә нәҫел башлыҡтары, ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡанунда яҙылғандарҙы өйрәнер өсөн, ғилем эйәһе Ғөзәйер янына йыйылды.


Ғилем эйәһе Ғөзәйер ошо уңай өсөн махсус эшләнгән ағас мөнбәрҙә баҫып торҙо, ә уның уң яғынан Маттиҫъяһ, Шемағ, Ғанаяһ, Урияһ, Хилҡияһ, Мағасеяһ, ә һул яғынан Педаяһ, Мишаил, Малкияһ, Хашум, Хашбаддана, Зәкәрьяһ һәм Мешуллам тора ине.


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең.


Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры.


Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Баҡ, Раббының ҡулы ҡотҡармаҫлыҡ булып ҡыҫҡарманы; Ҡолағы ишетмәҫлек булып ҡатманы.


Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә!


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


– Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм.


Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.


Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan