10 Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.
Эй Раббым, аталарыбыҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Исраилдың Аллаһы! Халҡыңдың күңелендәге был теләктәрҙе һәм фекерҙәрҙе мәңге һаҡла, уларҙың йөрәген Үҙеңә йүнәлт.
Рехавғам, ысын йөрәктән Раббыға ынтылмаған өсөн, яуыз эштәр ҡыла.
Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.
Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.
Раббының Исраил халҡына биргән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен өйрәтеүсегә – ғилем эйәһе ҡаһин Ғөзәйергә Артахшаста батша биргән хаттың йөкмәткеһе былай була:
Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ.
Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.
Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,
Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул, Көн-төн шул хаҡта уйланыр.
Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер.
Эй Аллам, ҡыр ауыҙҙарындағы тештәрен, Һындыр, Раббым, ул йәш арыҫландарҙың яңаҡ һөйәген!
Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.
Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Мин һиңә, Теофилос, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.
Мысырҙа ҡол булғанығыҙҙы онотмағыҙ, был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.
Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.
Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,
Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.
Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә:
Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.
Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.
Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.