Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 6:3 - Изге Яҙма

3 Хакимлығының тәүге йылында Кир батша Йәрүсәлимдәге Алла йорто тураһында ошондай фарман сығарҙы: «Шунда ҡорбан килтереү өсөн йорт төҙөлһөн, уның нигеҙен ныҡ итеп һалһындар; бейеклеге лә, киңлеге лә алтмышар терһәк булһын;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 6:3
16 Iomraidhean Croise  

Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның.


Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.


Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.


Үҙҙәренән ҡәнәғәттәрҙең хурлауҙары туйҙырҙы, Тәкәбберҙәрҙең кәмһетеүҙәре үҙәккә үтте.


Ҡала тигеҙ яҡлы дүртмөйөш булып урынлашҡан, уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә тигеҙ. Фәрештә ҡаланы таяҡ менән үлсәне. Ул ун ике мең стадия булды. Уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә, бейеклеге лә бер тигеҙ ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan