Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 6:1 - Изге Яҙма

1 Шунан һуң, Дарий батша биргән әмер буйынса, Бабилдағы хазиналар йортондағы яҙмалар һаҡлағысында эҙләй башлайҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 6:1
16 Iomraidhean Croise  

Ата-бабаларыңдың яҙмаларын тикшереп ҡараһындар, шунан белерһең, был ҡала фетнәсел һәм батшаларға үә өлкәләргә ҡарата зыянлы. Борон-борондан алып улар яғынан ғауғалар булып килгәнгә күрә, был ҡала юҡ ителгән.


Биргән әмерем буйынса яҙмаларҙы аҡтарып ҡарап, был ҡаланың әүәлдән үк батшаларға ҡаршы баш күтәргәнен, унда фетнәләр һәм болалар булып торғанын,


Әгәр ҙә батша кәрәк тип таба икән, Бабилдағы мөһим яҙмалар һаҡланған йортта эҙләп ҡараһындар: Кир батша Йәрүсәлимдә Алла йортон ҡайтанан төҙөргә фарман сығарғанмы йәки юҡмы икәнен күрерҙәр. Һин батшаның был эшкә ҡарата ҡарарын беҙгә мәғлүм ҡылыуҙарын һорайбыҙ.


Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


Мин шундай фарман бирҙем: минең батшалығымда булған Исраил халҡынан, ҡаһиндарҙан һәм левиҙәрҙән Йәрүсәлимгә ҡайтырға теләгән һәр кеше һинең менән китһен.


Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.


Мине күрергә килгәндәр ялған һөйләй, Эсенә боҙоҡлоҡ йыйып ултыра ла Тышҡа сығыу менән ғәйбәт һата.


Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү.


Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.


Йермеяһ икенсе төргәк алды ла уны Нерияһ улы Барух кәтипкә бирҙе. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим утҡа яҡҡан тәүге төргәк китаптағы бөтә һүҙҙәрҙе Барух Йермеяһ ауыҙынан ҡабаттан яҙҙы. Унда әле тағы ла күп кенә шуға оҡшаш һүҙҙәр өҫтәлде.


Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, әле үҙеңә бирелгәнде аша. Ошо төргәкте аша ла, барып, Исраил нәҫеленә һөйлә, – тине.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эсе лә, тышы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк китап күрҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan