7 Ул хатта бына нимәләр яҙылғайны: Дарий батшаның иҫән-аман булыуын теләйбеҙ!
Батша былай тип яуап ҡайтарҙы: Өлкә башлығы Рехумға, кәтип Шимшайға, уларҙың Самарияла һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы башҡа урындарҙа йәшәгән хеҙмәттәштәренә сәләм!
Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе.
Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара.
Улар Навуходоносор батшаға: – Мәңге йәшә, батшабыҙ!
– Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем.
Шул саҡ Даниил батшаға: – Мәңге йәшә, батшам! – тине. –
Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!
Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр яҡлап именлек бирһен. Раббы бөтәгеҙ менән бергә булһын.