6 Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.
Тағы бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙылар, уның өсөн дә бәхәс сыҡты һәм уны Ситна тип атанылар.
Шулай уҡ улар, исраилдарҙың ниәтенә аяҡ салыр өсөн, ришүәт биреп, батша кәңәшселәрен үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Был хәл Фарсы батшаһы Кир хакимлығы осоронан алып тәхеткә Дарий ултырғанға тиклем барҙы.
Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.
Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға
Ахашверош батша хакимлығының етенсе йылында, тевеҫ тип аталған унынсы айҙа Эстерҙы батша һарайына алып килделәр.
Һаман Ахашверош батшаға: – Һинең батшалығыңдың бөтә өлкәләрендәге башҡа халыҡтар араһына һибелеп таралған, ләкин уларҙан айырым йәшәгән халыҡ бар. Уларҙың ҡанундары бүтән халыҡтарҙыҡына оҡшамаған, улар батша ҡанундарын да үтәмәй. Батшаға бының менән килешеп йәшәү ярай торған эш түгел.
Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер.
Сығышы менән мадайҙарҙан булған Дарий Ахашверош улының халдейҙар батшаһы итеп ҡуйылыуының тәүге йылы.
Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар.
Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар.
Паулус күренгәс, Йәрүсәлимдән килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм күп төрлө етди енәйәттәрҙә ғәйепләй башланы. Ләкин ташлаған ғәйептәрен иҫбат итә алманылар.
Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде. Бына Уның Батшалығы килде, Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты! Көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.