4 Был ерҙәрҙә йәшәүселәр Йәһүҙә халҡын ҡурҡытырға һәм төҙөлөшкә ҡамасауларға маташты.
Хевронда Авнерҙың үлтерелгәнен ишеткәс, Шаул улы Иш-Бошеҫтың күңеле төштө. Барлыҡ исраилдар ҙа хәүефкә ҡалды.
Улар, шунда йәшәгән халыҡтарҙан ҡурҡһалар ҙа, ҡорбан усағын элекке урынына ҡорҙолар һәм иртәле-кисле унда Раббыға бағышлап ҡорбандар яндырҙылар.
Шулай уҡ улар, исраилдарҙың ниәтенә аяҡ салыр өсөн, ришүәт биреп, батша кәңәшселәрен үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Был хәл Фарсы батшаһы Кир хакимлығы осоронан алып тәхеткә Дарий ултырғанға тиклем барҙы.
Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр.
Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине.
Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.
Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.
Фарсы батшалығының түрәһе егерме бер көн буйы миңә ҡаршылыҡ күрһәтте. Мин Фарсы иле батшалары менән йөҙгә-йөҙ торҙом, һәм юғары түрәләрҙең береһе Михаил миңә ярҙамға килде.
Шунан ул минән: – Һинең яныңа ниңә килгәнемде беләһеңме? – тип һораны. – Хәҙер мин кире китәм, Фарсы иле түрәһе менән алышҡа сығам, ул еңелгәндән һуң, Яуан иле түрәһе килер.