Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 4:3 - Изге Яҙма

3 Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 4:3
16 Iomraidhean Croise  

Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын.


Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.


Уларға яуап итеп, мин: – Күк Аллаһы Үҙе беҙгә уңыш ҡаҙандырасаҡ. Ә беҙ, уның ҡолдары, һис шикһеҙ, төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ. Һеҙҙең иһә Йәрүсәлимдә өлөшөгөҙ ҙә, хаҡығыҙ ҙа юҡ, бында исемегеҙ ҙә иҫкә алынмаясаҡ, – тинем.


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Һин Мине танымаһаң да, Ҡолом Яҡуптың нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил хаҡына, Исемең менән саҡырып, хөрмәт күрһәттем.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самариялыларҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).


Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan